+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
15 Февраль 2022, 11:45

Салауат ҡалаһында - яңы проект

Салауат башҡорт драма театры ҡала балалары өсөн "Әкиәт иленә сәйәхәт" тигән бик матур проектты тормошҡа ашыра башлаған.

Салауат ҡалаһында - яңы проект
Салауат ҡалаһында - яңы проект

Авторы - театрҙың талантлы актрисаларының береһе Рәмзиә Мәхмүтова. "Әкиәт иленә сәйәхәт" проекты буйынса ойошторолған тәүге сарала Салауат башҡорт драма театры актрисалары Нәркәс Йомағужина, Рәсимә Хәйбуллина, Рәмзиә Мәҡсүтова балаларға "Айыу менән бал ҡорттары", "Йондоҙ сәскә", "Ҡурай" исемле башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡып ишеттергән.
 Йырлап, элекке башҡорт уйындарын уйнап та алғандар. Хатта түшелдерек, ҡашмау, ҡурайҙы күреп, тотоп, кейеп ҡарау мөмкинлеге лә бирелгән балаларға. Булат Булгаковтың ҡурай моңдарына бейегәндәр ҙә. 

Бына шулай Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында бик һәйбәт проект башлап ебәргәндәр Салауат ҡалаһында. 

Фото: Салауат башҡорт драма театры.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: