+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль 2022, 09:30

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө

Тел - милләтебеҙҙең рухи байлығын, тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған бөтмәҫ хазина.

Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара туған тел көнө

Беҙҙең әсә телебеҙ ул - башҡорт теле. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, куркәм яңғырашы,аһәңлеге беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Телен, ер-һыуын һаҡлап, илен яҡлап, намыҫын тапатмаҫ өсөн нисә быуын халҡым яу ҡайтарған, даулашҡан. Дошмандары тиҫтәләрсә,йөҙҙәрсә,меңдәрсә ауылдарҙы яндырғанда ла,ҡаты язалағанда ла халҡыбыҙ туған телебеҙҙе ҡурсалаған.Шуға ла туған телебеҙ - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған үлемһеҙ бүләк, иң изге аманат.

 Туған телебеҙ киләсәк быуындың телендә мәңге йәшәһен, яңғыраһын өсөн уны һаҡларға, яҡларға, яратырға бурыслыбыҙ. Телебеҙ яҙмышы -илебеҙ яҙмышы ул!

Фото:https://yandex.ru/images/search?from

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: