+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Февраль 2022, 12:25

Мин башҡортса өйрәнәм

Һүҙ тейҙермәгеҙ телемә,

Мин башҡортса өйрәнәм
Мин башҡортса өйрәнәм

Йөрәк әрнеп һыҙланам.
Бысраҡ яғып ҡағылмағыҙ,
Телгенәмде ҡыҙғанам...
Бына ошо шиғри юлдарҙы яҙ­ған уҡытыусым Фәнгизә Нафи­ҡованың башҡорт теле дәресендә белем алам. Шуның менән ныҡ бәхетлемен.
Телен белмәгән тиҫтерҙәрем рухи яҡтан күп нәмәне юғалтҡан кеүектәр миңә. Ниндәйҙер ҙур байлыҡтан мәхрүм ҡалған һымаҡ улар. Тел, рух, күңел байлы­ғын бер ниндәй ҙә алтын-көмөш, гәлсәрҙәр менән тиңләштереп булмай. Башланғыс синыфты ҡалабыҙҙың билдәле Фатима Мостафина исемен йөрөткән гимназияла уҡыу миңә күп нәмә бирҙе. Был уҡыу йорто – үҙенә бер төрлө башҡорт рухын сағылдырған милли ҡаласыҡ ул. Тел ҡәҙерен белгән, рух байлы­ғын аңлаған, үҙ телен бар нескә­лектәрендә төшөнгән балалар уҡый бында.
Әле мин бик данлыҡлы, күп традициялы, бай тарихлы Мак­сим Горький исемен йөрөткән, был юлы башҡорт теле нескәлектәрен генә түгел, ә инглиз телен төплө итеп өйрәткән уҡыу йортонда белем алам. Бишенсе синыфтан уҡый башланым. Хәтеремдә әсәйемдең яңы гимназияла беренсе ата-әсәләр йы­йылышынан ҡайтып һөйләгәндәре. Ул: «Мин һиңә, туған тел булараҡ, башҡорт телен һайланым!» – тине. Был ҡәтғи әйтел­гән хәбәр миңә яңылыҡ булманы. Һуң, баш­ҡорт балаһы булғас, бында туған тел дәресе фән булараҡ өйрәнелгәс, ҡай­ҙа бара­һың инде. Быға ҡыуандым да. Тимәк, бында ла баш­ҡорт бала­лары барҙыр инде...
Уҡыуҙың икенсе көнөндә үк мине синыф етәксем аша уҡытыусылар бүлмәһенә саҡыртып алдылар. Аптырап киттем, бер аяғым гимназияға инһә лә, икенсеһе кереп бөтмәгән, тигән­дәй, ошо ике көн эсендә ниндәй насарлыҡ ҡылдым икән? Бер аҙ ҡур­ҡыу сорнап алды. Килеп инеү менән өҫтәл артында ултырған апай: «Һаумы, матур ҡыҙ, исемең нисек?» – тип башҡортса өндәште. Исемемде әйтеп танышҡас, мин уның башҡорт те­ле уҡытыу­сыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы икәнлеген, үҙемде баш­ҡорт теленән уҡытасағын һәм «Шат йондоҙҙар» түңәрәгенең етәксеһе буласағын төшөндөм.
Гимназияла башҡорт телен яҡшы белгән балалар күп ине. Йыл буйы төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ, Мостай, Аҡмулла көндәрен үткәрҙек, башҡорт теле ун көнлөгө шаулап-гөрләп уҙып китте, шиғыр һәм инша бәйгеләрендә, башҡорт теле олимпиа­даларында призлы урындар яуланыҡ. Уҡытыусым үҙе алсаҡ, үҙе йор телле, үҙ эшен бик ярат­ҡан, көслө рухлы шәхес булып сыҡты. Уның дәрестәренән милли рух, көс, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғолары алабыҙ. Һәр ваҡыт яңынан-яңы идеялар менән ян­ған, ныҡышмал, маҡсатлы, һәр ерҙә алдынғы уҡытыу­сыбыҙҙың уңыштары ла, еңеүҙәре лә бик күп. Фәнгизә Рафаил ҡыҙы – төбәк-ара «Йыл уҡытыу­сыһы – 2013» лауреаты, «Эҙләнеүсе уҡытыусы – 2014» конкурсы, республика «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе – 2021» бәйгеһе еңеүсеһе. Тырыш хеҙмәте өсөн ул «Мәғариф алдынғыһы» исемен дә ал­ды.
Мин хәҙер IX синыфта уҡыйым. Яуаплы осор, имтихандар тапшыраһы бар. Шуға ла Фәнгизә Рафаил ҡыҙы артыҡ борсомаҫҡа тырыша. Мин шулай ҙа башҡорт теленән олимпиадала быйыл да ҡатнаштым. Ту­ған телемдең һутын тағы ла татып, үҙемде бәйгелә һынап ҡараным.
Телдәрҙең төрлөлөгө юғары көс тарафынан бирелгәнлеген һәр кем аңлаһа икән. Аҡландағы сәскәләр бер төҫтә генә булһа, улар өҫтөнән бер төрлө генә күбәләктәр осһа, йәйғор ете түгел, ә бер төҫтә генә балҡыһа, тәби­ғәттең матурлығы ла, күп төрлө биҙәкле икәнлеге лә күренмәҫ ине. Телдәр ҙә бит төрлө булмаһа, тормошобоҙ күңелһеҙ, йәшәүебеҙ нисектер мәғәнәһеҙ ке­үек тойолор ине. Баш­ҡорт теле – иң бай, иң матур телдәрҙең береһе. Баш­ҡорт теле, башҡорт теле донъяһы – үҙе бер тылсымлы донъя.

Зөлхизә ӘЙҮПОВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы. 3-сө гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: