+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
5 Июль 2021, 14:30

Хәйриә акцияһы башланды

Июль башынан республикабыҙҙа “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы башланды.

Хәйриә акцияһы башланды
Хәйриә акцияһы башланды

1 июлдән башлап 31 авгусҡа тиклем дауам иткән акцияның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Ғаилә,  хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Республика район-ҡалаларында урынлашҡан “Ғаилә” үҙәктәре бүлектәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу ойошторолған: канцелярия тауарҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар ҙа акцияла ҡатнашыусыларҙан бары тик яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йә иһә яҡшы хәлдә булһа ғына. Йыйылған әйберҙәр  социаль яҡлау учреждениеларында иҫәптә тороусы ғаиләләргә ебәреләсәк.

Фото: Башинформ

Читайте нас: