+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
21 Октябрь 2021, 15:54

Йыйылған әйберҙәр Ишморат ауылындағы балалар йортона тапшырыласаҡ

Башҡорт дәүләт аграр университетының ирекмәндәр үҙәге балалар йортона әйберҙәр йыйыу буйынса хәйриә акцияһын башлап ебәргән. Ул 28 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Йыйылған әйберҙәр Ишморат ауылындағы балалар йортона тапшырыласаҡ
Йыйылған әйберҙәр Ишморат ауылындағы балалар йортона тапшырыласаҡ

Ҡатнашырға теләүселәр  3 – 18 йәшлектәр өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡтар, аяҡ кейемдәре алып килә ала. Уларҙы көндөҙгө сәғәт 12-нән киске сәғәт 6-ға тиклем 339-сы а/1  кабинетына килтерергә була (Коворкинг ирекмәнлек үҙәге).

Йыйылған әйберҙәр Нуриман районы Ишморат ауылындағы балалар йортона тапшырыласаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, 89656640749 телефоны буйынса шылтыратып, белешә алаһығыҙ.

 

Фото: https://ufacity.info/news/?scope=714.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: