+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояшлы Үзбәкстанда - һабантуй

Һабантуйҙар республикабыҙҙың район-ҡалаларын ғына гөрләтеп ҡалманы, матур яңылыҡ Үзбәкстандан да килде: байрам унда ла гөрләп үткән.

Мәғлүм булыуынса, был ҡояшлы республикала бихисап яҡташтарыбыҙ, милләттәштәребеҙ йәшәй. Уларҙы һәм Үзбәкстанда йәшәгәндәрҙе байрам менән ҡотларға Башҡортостандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Арғымаҡ" төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов та барған.
Йырсы Үзбәкстан халҡына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау сәләмен еткергән, әүҙем милләттәштәребеҙгә ҡоролтайҙан бүләктәр тапшырған, дәртле йырҙары менән тамашасыларҙы шатландырған.
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева


Читайте нас: