+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана

28 сентябрҙә Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана.

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана
Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана

Башҡортостандан Силәбегә ҙур делегация сәфәргә сыға, тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғаты.

Саралар Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары, Силәбе ҡалаһында 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем ойошторола. Проект сиктәрендә төрлө форматтағы осрашыуҙар, саралар ҡаралған: башҡорт милли үҙаңын һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыу, туған телде өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса уҡытыу-методик консультациялар, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ижади оҫтахана, халыҡ бейеүҙәре, вокал, халыҡ ижады, милли уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре.

30 сентябрь сараларға бай булмаҡсы. Хәлит ауылы мәктәбендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы йәш быуынға үҙ программаларын тәҡдим итә. "Тамыр"ҙар башҡорт телендәге «Нурбостан» йәнһүрәтен күрһәтә, «Ғаилә тамырҙары» исемле фотосессия ойоштора. «Аҡбуҙат» журналы иһә «Урал батыр» йәнһүрәтен күрһәтә. Кискеһен Хәлит ауылы мәҙәниәт йортонда режиссёр Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмын ҡарарға мөмкин.

Ҡоншаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре Ҡоншаҡ районы йәмәғәт ойошмалары менән осраша. Ҡоншаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгестәре менән Ҡоншаҡ районы белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу була.

1 октябрҙә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Силәбе ҡалаһында дауам итә. Башҡортостан делегацияһы ҡаланың 88-се балалар баҡсаһына бара, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына һәйкәлгә сәскәләр һала.

Әлшәй һәм Ишембай райондарынан килгән педагогтар Арғаяш районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ижади оҫтахана үткәрә. Был сарала башҡорт теле дәрестәрендә һанлы технологиялар ҡулланыу һәм «БЕЛемАЛ» проектының методик әсбаптары тураһында һөйләйҙәр.

Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең рәсми делегациялары ҡатнашлығындағы тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәр тапшыра. Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаларына – сәхнә өсөн милли кейем комплекттары, башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар (интерактив таҡта, проектор экраны). Силәбе тамашасылары алдында «Далан» төркөмө сығыш яһай

https://www.bashinform.ru/bash/1649529/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: