+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк

14 – 18 февралдә Пермь крайында һәм Санкт-Петербургта  мәғдән сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто – Санкт-Петербург тау институтын асыусы Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк.

Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк
Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк

Сара ил төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. 

 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Исмәғил Тасимов тормошона арналған «Иң яҡшы асыҡ дәрес», "Халҡым - Пермь крайы тарихында", "Халҡым - Санкт-Петербург тарихында" тигән һүрәттәр конкурстары, Пермь крайы һәм Санкт-Петербург ҡалаһындағы белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында фәнни-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған.

Исмәғил Тасимов көндәрендә үткән бәйге һәм сараларҙа Пермь крайы һәм Санкт-Петербург ҡалаһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. 25 февралдә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында йомғаҡ яһаласаҡ. 

Тулыраҡ  мәғлүмәт менән ошонда танышығыҙ: Положение о проведении в 2022 году Дней Исмагила Тасимова в Пермском крае и Санкт-Петербурге.

Фото: bashgazet.ru

Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк
Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: