+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2022, 13:00

Туймазыла - шәп "Бәйге"!

Көндәрҙең һалҡынайтып, буранлап тороуына ҡарамаҫтан, Туймазының «Ҡандракүл» күле гөрләп торҙо. Бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Йылан, Ҡаңны, Ҡырғыҙ ырыуҙарының ҡышҡы уйындары уҙҙы.

Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Туймазыла - шәп "Бәйге"!

«Айыҡ ауыл» республика проекты сиктәрендә ойошторолған сарала район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, төбәктең мас-рестлинг федерацияһы президенты Раил Бикмәев, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова ҡатнашты.

Көс, ҡыйыулыҡ, сослоҡ, етеҙлек ниндәй башҡортҡа хас булмаһын?! Боронғо замандарҙан уҡ улар үҙҙәренең батырлыҡтары менән дан тотҡан бит. Тап ошондай сифаттарҙың булыуын талап итте лә инде был «Бәйге». Ул үҙенең үҙенсәлекле итеп ойошторолоуы менән дә айырылып торҙо. Мәҫәлән, ярыш урынына барыу юлы ауыл кешеләренең береһенең шәхси хужалығы аша үткән. Раян Баһауетдиновты Туймазыла һәм унан ситтә лә үҙ ихатаһында үҙенсәлекле тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы булараҡ беләләр. Ә бөгөн ул үҙ биләмәһен йәш батырҙар ҡарамағына ихлас тәҡдим итте: ярыштар башланғансы унда  усаҡ яғылды, аҙаҡ ҙур ҡаҙан аҫып, былау бешерҙеләр.

«Бәйге»лә егеттәрҙән торған өс команда үҙ-ара көс һынашты: икәүһе - «Сәфәр» бейеү ансамбле һәм 4-се мәктәптән килгән балалар, өсөнсөһө – Ҡандракүл ауылы мәктәбе уҡыусылары.

Бындай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, шунда уҡ уйын асылына төшөнөп, ҡомарланып, үҙҙәрендә яугир рухын тойоп, еңеү өсөн тырышты егеттәр.

-Башҡорт уйындары беҙҙең өсөн яңылыҡ. Әммә репертуарыбыҙҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре бихисап. Улар аша бер-беребеҙ менән тиҙ генә уртаҡ тел табырға, хәрәкәттәрҙе тигеҙ эшләргә өйрәнгәнбеҙ. Башҡорт асылын, рухын тойорға ла ярҙам итә халыҡ бейеүҙәре. Шуға ла ярыш артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы, - тип фекере менән уртаҡлашты «Сәфәр»ҙәр тарафынан тәҡдим ителгән Йылан ырыуы командаһы лидеры.

«Бәйге» сағыу ярыш менән башланып китте: егеттәр төркөмө санаға егелеп йүгерҙе, ә уларҙың иң мәргәндәре арбаға баҫып, сәпкә атып барҙы. Был һис тә еңел түгел, сөнки боҙло күл буйлап йүгерергә тура килде.

Ҡатнашыусыларҙың бүрәнә тотоп, икәүҙән-икәү майҙан уртаһына сығыуы ла ҡатмарлы бәйге булды. Бүрәнә ярҙамында улар бер-береһен майҙандан ситкә сығарырға маташты. Ә эстафетала күпме көс түктеләр!  Ҙур боҙ киҫәктәрен ырғаҡҡа эләктереп, уларҙы күсереп йөрөтөп, етеҙлектә ярыштылар! Командалар арҡан тартышты, аҙаҡ боҙҙа ултырып, табандарын ҡаршылағы бәйгесенекенә терәп, бер-береһенән таяҡ-уҡлауҙы тартып алырға тырышты. Берәү ҙә бирешергә теләмәне, шуға күрә еңеүселәргә трофейҙы яулар өсөн дәғүәселәрен яурын аша ырғытырға тура килде.

Иң һуңғы һынау – бер минут эсендә кеше ултырған сананы түңәрәк буйлап һөйрәп йөрөтөү булды. Бында күберәк урау кәрәк ине.

Һөҙөмтәлә, 4-се мәктәп егеттәре, йәғни Ҡаңны ырыуы, беренсе урын яуланы. Икенсе урынды «Сәфәр» бейеү ансамбленән төҙөлгән Йылан ырыуы командаһы эләктерҙе. Өсөнсө урынға Ҡандракүл ауылы мәктәбенең Ҡырғыҙ ырыуы командаһы лайыҡ булды.

Фото: "Туймазинский вестник" сайтынан.

Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Туймазыла - шәп "Бәйге"!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: