+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2022, 14:55

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"

Сәләмәт тормош алып барыу, оҙон ҡыш­ҡы ялдарҙы файҙалы итеп үткәреү, күберәк саф һауала булыу кәрәклеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ.

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"

Мәктәбебеҙҙә «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты буйынса «Яңы 2022 йылда – ғаилә уйындары» тигән фестиваль үтте. Был сарала быйыл да беҙ­ҙең III cиныф уҡыусылары атай-әсәйҙәре менән бик әүҙем ҡатнашты. Улар өсөн «Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе» ярышы ойошторолдо. Бергәләп саң­ғыла, тюбингта шыу­ҙылар, гөж килеп арҡан тартыш­тылар. Атайҙар­ҙың хоккей уйнағанын күрһәгеҙ икән?! Уларҙың сәмләнеп алышҡандарын ҡы­ҙыҡһынып ҡарап тор­ҙоҡ.
Бына иң-иңдәрҙе билдәләр ваҡыт етте. I урынды Хәсәновтар ғаиләһе алһа, II урын – Әбләевтәр ғаиләһендә, ә III урынды Ситдиҡовтар ғаиләһе яуланы. Еңеүселәргә мәктәп директоры Зөбәржәт Салауат ҡыҙы Моратова Маҡтау ҡа­ғыҙы, тәмлекәстәр әҙерләгәйне.
Байрамдан һуң барыһы ла бик шат һәм ҡәнәғәт ине.

Фәйрүзә АЗАМАТОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы,
Аҡморон мәктәбе.

"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
"Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: