-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Февраль 2022, 09:30

Башҡортостандан Ҡытайға кемдәр бара?

Пекинда уҙасаҡ XXIV Ҡышҡы олимпиадаға Рәсәйҙән 212 спортсы исемлеккә инде – 103 ҡатын-ҡыҙ һәм 109 ир-ат. Делегацияла барлығы – 461 кеше.

Башҡортостандан Ҡытайға кемдәр бара?
Башҡортостандан Ҡытайға кемдәр бара?

Ә кемдәр Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһына эләккән һуң? Бына улар:
1. Эдуард Латипов (биатлон).
2. Ростислав Гайтюкевич (бобслей).
3. Юлия Беломестных (бобслей).
4. Александр Третьяков (скелетон).
5. Вероника Коржакова (хоккей).
6. Илона Маркова (хоккей).
7. Мария Печникова (хоккей).
8. Мария Сорокина (хоккей).
9. Ольга Сосина (хоккей).
10. Анна Шибанова (хоккей).
11. Семён Елистратов (шорт-трек).
Йәнә Антон Бабиков (биатлон), Полина Лучникова, Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин (хоккей) запаста һанала.
Ҡытайҙа 4-енән 20 февралгә тиклем уҙасаҡ олимпиадала 15 спорт төрө буйынса 109 комплект миҙал эйәләре асыҡланасаҡ. Алдан фаразлауҙарынса, Рәсәй командаһы 30 миҙалға дәғүә итә.
Уңыштар теләйек спортсыларыбыҙға! Еңеп ҡайтһындар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: