+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2022, 15:15

Олимпиада көндәлеге

Яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Пекинда өсөнсөгә бронза миҙал яуланы. Ҡатнаш эстафетанан һуң ул 12,5 километр араға финишҡа өсөнсө булып килде. Ә 15 февралдә беҙҙең биатлонсылар командаһы эстафетала чемпион исемен дә яулар кеүек ине. Һуңғы этапта Эдуард Латипов һынатып ҡуйҙы. Ике тапҡыр сәпкә тейҙерә алмай, беренсе килгән ерҙән өсөнсө урынға төштө. Ә бит командабыҙ дәғүәселәренән бер минутҡа алда килә ине...

Олимпиада көндәлеге
Олимпиада көндәлеге

Саңғысылар тағы ла ҡыуандырҙы. Тәүҙә Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татья­на Сорина һәм Вероника Степанова эстафета ярышында алтын миҙал эйәһе булды. Улар­ҙан ир-егеттәр ҙә ҡалышманы. Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов та иң-иңе булып танылды.
Шорт-тректа 500 метр арауыҡҡа ярышта Константин Ивлиев көмөш миҙал алһа, ә конькиҙа шул уҡ араға уҙышта Ангелина Голикова өсөнсө урын яуланы.
Саңғысы Александр Большунов та Ҡышҡы Олимпиадаға ныҡлы әҙерләнгән, күрәһең. Был юлы алтын булмаһа ла, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Норвегиянан Йоханнес Клебонан ғына ҡалышты ул 15 километр араға уҙышта.
Фигуралы шыуыу буйынса боҙҙа бейеүҙә Виктория Синицына менән Никита Кацалапов икенсе урын алды. Беренсе урында – Франциянан Габриэла Пападакис менән Гийом Сизерон.
Коньки уҙышында Даниил Алдошкин, Сергей Трофимов һәм Руслан Захаровтар (беҙҙең яҡташ) көмөш миҙал яуланы. Улар өсәүләп команда ярышында американдарҙы артта ҡалдырһалар ҙа, Норвегия спортсыларын уҙа алманы.
Саңғысылар миҙал артынан миҙал яулай ғына! Команда спринтында финалда Юлия Ступак менән Наталья Непряева һәм Александр Большунов менән Александр Терентьев өсөнсө урын алды.
Биатлонда беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла уңышҡа иреште. Ирина Казакевич, Кристина Резцова, Светлана Миронова, Ульяна Ниғмәтуллиналар көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Илья Буров (фристайл, акробатика) тағы бер бронза миҙал яуланы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: