+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2022, 13:54

Зарина Ҡотломбаева - Рәсәй буйынса III урында

Зарина Ҡотломбаева былтыр "Йәншишмә" гәзите призына үткән саңғы ярышында шәхси беренселектә еңеүсе булғайны. 

Зарина Ҡотломбаева - Рәсәй буйынса III урында
Зарина Ҡотломбаева - Рәсәй буйынса III урында

Бына әле  Сыктывкар ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселегендә III урын алыуын ишетеп ҡыуандыҡ. Саңғы ярышында илдең 51 төбәгенән 15-16 йәшлек 450 йәш спортсы ҡатнашҡан. Учалы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы Зарина Ҡотломбаева (тренеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рауил Йәзәриев) бронза миҙал яулаған. Был - беҙҙең саңғысылар өсөн ҙур уңыш, сөнки ошо спорт төрө буйынса Башҡортостан егерме йыл призлы урын алмаған булған. 

Учалы ҡыҙы Заринаға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: