

Өфөләге 108-се мәктәп уҡыусылары ла саранан ситтә ҡалмаған. Көҙҙөң иҫ киткес матур, ҡояшлы көнөндә - әбейҙәр сыуағы ваҡытында саф һауала рәхәтләнеп йөрөүгә ни етә?! Хатта был көн уҡыусыларҙың ял мәленә тура килһә лә. Һаулыҡҡа иғтибар биреү мөһим! Етмәһә, эргәлә дуҫтар булғас, күңелле лә.