+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
7 Июнь 2021, 07:36

Балалар һаулығы өсөн кем яуаплы?

Балаларҙың һаулығы, ғүмере өсөн өлкәндәр яуаплы. Әлбиттә, үҙҙәренә лә һаҡ, уяу булырға кәрәк. Ошо көндәрҙә ЮХХДИ идаралығы Фёдоровка районында бер еңел машина ауып, дүрт баланың йәрәхәтләнеүе, дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр итте.

Баҡһаң, руль артына водитель танытмаһы булмаған кеше ултырған. Етмәһә, балиғ булмаған балаларҙы тейәп алғандар, күрше ауылға магазинға барған булғандар. Ярай әле бер кем дә һәләк булмаған. Әммә бөтәһе лә йәрәхәтләнеп, дауаханаға һалынған. Ауыр хәлдәге өс бала санитар авиация ярҙамында Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелгән. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе үҙенең күҙәтеүе аҫтына алған.
Был ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһын прокуратура тикшерә.
Үкенескә күрә, ошондай осраҡтар, йәғни балаларҙы ултыртып, һыу инергә, тәбиғәт ҡосағына барыуҙар йәй буйына буласаҡ әле. Атай-әсәйҙәр балаларҙың, үҙҙәренең һаулығы, ғүмере өсөн яуаплыраҡ ҡараһын ине. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә каникул юҡ, тип әйтергә яратабыҙ. Ысынлап та, шулай. Махсус автокресло, хәүефһеҙлек ҡайышы юҡҡа ғына уйлап сығарылмаған. Транспорт менән идара итеү хоҡуғын биргән танытма тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек!
Фото: БР буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы.
Читайте нас: