+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
27 Июль 2021, 09:09

Өфөлә «Йәйәүле» операцияһы бара

Баш ҡалабыҙҙа 26 июлдән «Йәйәүле» махсус операцияһы башланды. Ул өс көн буйына дауам итәсәк. Сара йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, ҡала юлдарында тәртип булдырыу маҡсатында ойошторола.

Өфөлә «Йәйәүле» операцияһы бара
Өфөлә «Йәйәүле» операцияһы бара

Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, быйыл Өфө ҡалаһы биләмәһендә ете ай эсендә 273 автомобилдең йәйәүлеләргә менеп китеү осрағы теркәлгән, һөҙөмтәлә 7 кеше донъя ҡуйған, 281-е төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған.

Иҫкәртеү сараһы барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә лә ҙур иғтибар бүләсәк.

 

 

Фото: «Башинформ».

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: