

Уның барышында ЮХХДИ инспекторҙары иҫкәртеү рейдтарына сығасаҡ, ә белем биреү учреждениеларының педагогтары дәрестәрҙә, синыф сәғәттәрендә юлда һәм урамдағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында һүҙ алып барасаҡ.
Шулай уҡ уҡыусылар фотомарафон, ижади конкурстарҙа, юл хәүефһеҙлегенә арналған викторина, флешмобтарҙа ла ҡатнаша ала. Ә белем биреү учреждениелары педагогтары «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға китмәй» тигән методик эшкәртмәләр һәм программалар республика конкурсында ҡатнашырға саҡырыла.
Фото: https://vk.com/club189590235.