+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
25 Октябрь 2021, 11:10

Иғтибар – балалар!

Бөгөн республикала ЮХХДИ мәғариф бүлектәре менән берлектә «Иғтибар – балалар!» исеме менән иҫкәртеү саралары башланды.

Иғтибар – балалар!
Иғтибар – балалар!

Юлдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары бигерәк тә йыш осрай. Ағымдағы йылдың 9 ай һөҙөмтәләре буйынса, сабыйҙар ҡатнашлығында 377 автомобиль аварияһы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, унда 16 бала һәләк булған, 420-һе йәрәхәт алған.

Ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙы булдырмау, кәметеү маҡсатында 25 октябрҙән ЮХХДИ инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләй – рейдтарға сыға. Бындай иҫкәртеү сараларын үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, руль артына иҫерек килеш ултырған водителдәрҙе, башҡа кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуйғандарҙы тотоуҙа бигерәк тә ҙур ярҙам.

Фото: mogilev.biz

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: