+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
3 Декабрь 2021, 14:56

Йәш инспекторҙар күбәйә

"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Хәүефһеҙ юлдар" федераль проекты буйынса Башҡортостандың район һәм ҡалаларында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса ҙур  эш алып барыла. Рейдтар үткәрелә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрелә. 

Йәш инспекторҙар күбәйә
Йәш инспекторҙар күбәйә

Ошо көндәрҙә Өфө районы Булгаков ауылындағы "Семицветик" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен тантаналы рәүештә йәш юл хәрәкәте инспекторҙары сафына ҡабул иткәндәр. "Хәүефһеҙ юлдар" проекты Өфө районының өс балалар баҡсаһында тормошҡа ашырыла. Кескәйҙәр юл ҡағиҙәләрен ныҡлап өйрәнә, тәртипле йәйәүле булырға әҙерләнә.

Район хакимиәтенән, ЮХХДИ бүлегенән дә өлкән дуҫтары килгәс, сара малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн тағы ла күңеллерәк, йоғонтолораҡ үткән. Балаларға йәш инспектор билдәләре һәм  бүләктәр тапшырылған. 

Фото: https://гибдд.рф/

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: