-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Август 2022, 16:15

Көнбағыш баҫыуҙары

  

Тирә-яҡта йәйрәп ята

Көнбағыш баҫыуҙары.

Миңә ҡарап көлөп торғас,

Баҫыла ярһыуҙарым.

 

Баҫыуҙарҙы арҡыры-буй

Рәссам йүгереп уҙған,

Көнбағыштың һәр бер тажын

Алтынға мансып ҡуйған.

 

Зәңгәр күктә сағыу ҡояш

Яҡты итә көндәрҙе.

Ерҙәге мең-мең ваҡ ҡояш

Иретә күңелдәрҙе.

 

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА, уҡытыусы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Фотола: Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Наҙгөл һәм Илсур Зәйтүновтар.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: