Шунан инде кемегеҙҙе урыныма ҡалдырырға икәнен әйтермен, – тигән король.
Егеттәр атай бойороғона ризалыҡ белдереп, икеһе ике ергә киткән. Өлкәне – Көнсығыш тигеҙлегендә, ә кесеһе Көнбайыштағы таулы провинцияла идара итә башлаған.
Бер йыл ваҡыт үткәс, король тәүҙә оло улының хәлен белеп килергә булған. Тегеһе иһә атай кешегә һый-хөрмәт күрһәтеп, ғорурлыҡ менән үҙе идара иткән ил менән таныштырырға алып сыға. Уңыш йыйып йөрөгән крәҫтиәндәр король экипажын әллә ҡайҙан күреп ҡалып, баш эйеп, аттар күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡала, ти. Атаһы хөрмәтенә улы хатта әллә нисә мең кешенән торған парад та ойошторған. Йәнәһе лә: «Бына, атай, бер йыл эсендә ниндәй тәртипле армия булдырҙым!» Ә кискеһен инде ҙур табында илдә булған данлыҡлы йырсылар, музыканттар королде маҡтап дан йырлай.
– Күрҙеңме инде, бер йыл эсендә ниндәй көс-ҡеүәт тупланым. Халыҡ ҡарашымдан ҡурҡып, буйһоноп тора.
– Яҡшы, улым, тик мин ҡустыңдың да хәлен белеп, үҙен күреп киләйем әле, – тип кесеһе идара иткән провинцияға юлланған.
Таулы хакимлыҡта ла королде ихтирамлап ҡаршы алғандар. Хеҙмәт итеп йөрөүселәр уның менән баш эйеп һаулыҡ һорашҡан да йәнә эшкә тотонған. Халыҡ юлдар, күперҙәр һалған, виноград үҫтерер өсөн тау битләүенә ер ташыған, һәр кем үҙ эшенә сумған, ти.
– Атай, ғәфү ит инде, һине хөрмәтләп ҡаршы ала алманым. Бер йыл эсендә халҡым ҡәнәғәт булырлыҡ әллә ни маҡтанырлыҡ эштәр ҡыйратманым бит әле. Күрәһеңме, ҡыҙыу мәл, – тип әйткән кинйәһе.
Тиҙҙән король үҙенең урынына алмашҡа килеүсе итеп кесе улын ҡалдырырға теләүе хаҡында белдергән
– Нисек итеп, атай, һин шундай ҡарарға килдең?! Уның бит хакимлык көсө лә, армияһы ла юҡ. Етмәһә, халҡы ла үҙенән ҡурҡмай, ниндәй етәксе сыҡһын унан, – тип үпкәләгән өлкәне.
– Беләһеңме, улым, хакимды кем менәндер идара итеү түгел, ә халҡы алдында яуаплылыҡ хисе тойғоһо булыуы биҙәй, – тип ҡыҫҡа ғына мәғәнәле яуап биргән ҡарт.