+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
2 Декабрь 2021, 13:15

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Ярлы ғаиләлә үҫкән Говард үҙенең уҡыуы өсөн түләргә саҡ ҡына булһа ла аҡса эшләйем тип, өйҙән-өйгә йөрөп ваҡ-төйәк һатып йөрөй.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Бик асығып киткәс, тамаҡ ялғап алыу өсөн кеҫәһен ҡапшап ҡарай, тик унда өс-дүрт тиндән башҡа бер ни ҙә юҡ. Ҡыйын булһа ла, киләһе өйгә ингәс, бер сынаяҡ һыу һорай. Хужабикә үҫмерҙең ас икәнен һиҙеп, һыу урынына ҙур стакан менән һөт һәм бер телем икмәк сығарып бирә. Малай ләззәтләнеп, һәр йотомон әкрен генә тәмләп эсә лә:
– Апай, ҙур рәхмәт, мин һеҙгә күпме тейешмен? – тип һорай.
– Юҡ, бер нимә лә кәрәкмәй, ҡустым. Беҙҙе әсәйебеҙ, кешегә яҡшылыҡ эшләһәң, аҡса алма, тип өйрәтеп үҫтерҙе, – ти йылмайып.
– Улай булғас, һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәтемде белдерәм, – тип ҡапҡаға йүнәлә. Был минутта уның бәләкәс кәүҙәһендә физик көс кенә түгел, ә кешеләргә, Аллаһы Тәғәләгә ҡарата тағы ла нығыраҡ ышанысы артты.
Күп йылдар үткәс, теге ҡатын ҡаты сирләп китә. Диагноз ҡуйыр өсөн уны ҙур ҡалаға ебәрәләр. Консилиумға Говард Келли тигән доктор ҙа саҡырыла. Ауырыуҙың ҡайһы ҡаланан икәнлеген ишеткәс, ул нимәлер һиҙенгәндәй була. Тиҙ генә урынынан тора ла ҡатын ятҡан палатаға йүнәлә. Апайҙы шунда уҡ танып ала, кире кәңәшмә бүлмәһенә килгәндә: «Уны һауыҡтырыр өсөн һуңғы мөмкинлегемә тиклем барыһын да эшләйәсәкмен», – тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Ошо көндән башлап танышына айырыуса иғтибар бүлә.
Бик оҙаҡ көрәшкәндән һуң ауырыу еңелә һәм ҡатын тулыһынса һауыға. Дауахананан сығыр ваҡыт еткәс, доктор ҡул ҡуйыр өсөн апайҙың түләү сығымдары ҡағыҙҙарын үҙенә килтереүҙәрен һорай. Уларға тиҙ генә күҙ йүгертеп ала ла бер мөйөшөнә нимәлер сыймаҡлап, конвертҡа һала. Ҡатын хатты күргәс, хатта асып ҡарарға ла ҡурҡып тора, сөнки дауалағандары өсөн ҡалған ғүмере буйы түләйәсәген белә. Ҡағыҙҙы ҡулына алыу менән мөйөштәге яҙыуға күҙе төшә. Унда: «Сығымдарҙың барыһы ла бер стакан һөт менән ҡапланды» тигән юлдарҙы уҡый. Аҫтараҡ Говард Келлиҙың ҡултамғаһы бар ине.

Фото: YouTube

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: