+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
3 Декабря 2021, 06:37

Һеҙ ҙә шуны уйнайһығыҙмы?

Самираны күптән күргән юҡ ине. Көләс кенә йөҙлө ҡыҙыҡайға ни булған? Ҡаштарын төйөп, яман ҡарап йөрөйсө?.. Дөрөҫөрәге, ултыра.

Һеҙ  ҙә шуны уйнайһығыҙмы?Һеҙ  ҙә шуны уйнайһығыҙмы?
Һеҙ ҙә шуны уйнайһығыҙмы?

Ә ҡулында – смартфон. Йөҙөндә шул тиклем көсөргәнешлек сағыла. Ипләп кенә ынтылып экранға ҡарайым: ниндәйҙер атыш уйыны бара.

– Нимә уйнайһың? – тип һорайым.

–Стандофф, – тип күҙен экрандан алмай ғына яуап бирә ул. Бәләкәй шутер (атыусы) ярҙамында бирелгән ваҡытта дошмандарын юҡ итеп бөтөү менән бик ҡаты мәшғүл. Ҡыҙ кеше бит әле ул...  Бик йәл булып китте был бала. Буш ваҡыты бик күптер, үҙен үҫтереү буйынса матур ғына шөғөл таба алмағандыр, күрәһең. Смартфонда был уйын булғас, миңә лә уйнау тыйылмаған, ярай, тип уйлай микән?

Их, ҡыҙҙар, малайҙар, ваҡытығыҙҙы файҙалы шөғөл менән генә үткәрһәгеҙ ине. Шул уҡ интернетта  һәйбәт контенттар ҙа күп бит. Бик булмаһа, интернет аша тәмлекәстәр бешерергә йәки берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнегеҙ йәки саф һауала йөрөгөҙ. Ә cтандофф 2 кеүек уйын уйнау психикағыҙҙы зарарлай, холҡоғоҙҙо боҙа бит.

 Хатта башланғыс синыф уҡыусыларының шуны уйнап  ултырыуы хәүефкә һала. Интернетта бер туғыҙ йәшлек малайҙың ошо уйын тураһында фекере иғтибарҙы йәлеп итте: “Балалар, был уйынды күп уйнамағыҙ,  насар, унда үлтерергә кәрәк, ә мин бынан бик ҡурҡам”, – тип яҙған ул.

Әйткәндәй, стандофф Рәсәйҙә әле иң килемле уйындарҙың береһе һанала. Кемдеңдер кеҫәһе ҡалыная инде...

Фото: 7sisters.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас