+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2021, 12:15

Һин мәктәпкә әҙерме?

Бер- ике көндән уҡыуҙар башлана, тигән уй күңелдә барыбер ҙә тыңғыһыҙлыҡ тыуҙыра, шулаймы?

Һин мәктәпкә әҙерме?
Һин мәктәпкә әҙерме?

Биштәрҙәр йыйылған, дәфтәрҙәр алынған, костюм-күлдәктәр әҙер, нисек кенә булмаһын, сентябрь уҡыусылар өсөн – стресс. Мәктәпкә, дәрескә әҙерлек кеүек актуаль темаларға бер нисә лайфхактар тәҡдим итәбеҙ, саҡ ҡына булһа ла йыуаныс булыр.

*Портфелдән кәрәкле дәфтәрҙе әҙләүгә бик күп ваҡыт сарыф итмәҫ өсөн уның тышына фломастер менән берәй билдә яһап ҡуйығыҙ

*Яңы дәрес теҙмәһен бер нисек тә иҫтә ҡалдыра алмаһаң, телефоныңа төшөрөп ал да фотоһын блокировка экранына ҡуй.

*Шиғырҙы тиҙ өйрәнеү өсөн бер нисә тапҡыр ҡысҡырып уҡырға һәм шул уҡ ваҡытта диктофонға яҙҙырып алырға кәрәк. Һуңынан ҡолаҡсындар кейеп тыңлап йөрөгөҙ, хәтерҙә яҡшы һаҡланасаҡ.

*Инглиз телен өйрәнеү өсөн өйҙәге әйберҙәрҙең исемдәрен айырым карточкаларға яҙып, өҫтәренә йәбештереп ҡуй.

Фото: www.instagram.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: