+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
3 Июль 2021, 12:55

Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар ниндәй фекерҙә?

Өфө менән Нур-Солтан (Астана) күптән инде туғандаш ҡалаларға әйләнгән. 

Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар ниндәй фекерҙә?
Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар ниндәй фекерҙә?

Башҡорт һәм ҡаҙаҡ мәҙәниәтендә уртаҡ һыҙаттар күп, телебеҙ ҙә оҡшаш, хатта тәржемә лә кәрәкмәй.

Өфөлә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыу өсөн Ҡаҙағстандан ҙур делегация килгән. Ҡаҙағстан Милли гвардияһының йыр һәм бейеү ансамбле художество етәксеһе Дархан Рәхимғәлиев әйтеүенсә, коллективҡа ирҙәр хоры, оркестр, биг-бенд, фольклор, бейеү төркөмдәре, солист-вокалсылар инә.

"Ошоға тиклем "Спасская башня", "Амур тулҡындары" кеүек Рәсәй фестивалдәрҙә сығыш яһаныҡ, Астанала ойошторолған опен-эйр фольклор бәйгеһендә даими ҡатнашабыҙ. Фольклориадала - тәүге тапҡыр. Репертуарыбыҙ төрлө, беҙҙә хәрби темаларға, шулай уҡ халыҡ йырҙары бар, бөтә донъя милләттәре бейеү-йырҙарын да башҡарабыҙ. Фольклориадаға ҡаҙаҡтарҙың, төрки халҡының йыр-моңдарын алып килдек", - ти ансамбль етәксеһе.

Әйткәндәй, коллективта төрлө милләт вәкилдәре эшләй, шул иҫәптән татарҙар ҙа. Мәҫәлән, баянсы Тимур. Ул милләте буйынса - татар, башҡорт халыҡ ижады һәм фольклоры менән бик яҡшы таныш. Ҡурайҙа уйнаған ҡаҙаҡ музыканттары башлыса Өфөлә белем алған.

"Фольклориада - бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс байрам, унда төрлө донъя халҡының йырҙары, бейеүҙәре, мәҙәниәте менән танышырға мөмкин. Башланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!" - ти ҡунаҡтарыбыҙ.

Фото: "Башинформ".

#Фольклориада2021 #Башҡортостан #WorldFolkloriadaRussia #CIOFF_Russia

Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/a-a-standan-kilg-n-una-tar-nind-y-feker-847778/
Читайте нас: