+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
26 Август 2021, 10:35

Рәсәй буйлап сәйәхәткә

“Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалистары махсус поезда көҙгөһөн бөтә ил буйлап сәйәхәткә сығасаҡ.

Рәсәй буйлап сәйәхәткә
Рәсәй буйлап сәйәхәткә

Маршрут Мәскәүҙән алып Владивостокка тиклем. Шул сәйәхәтселәр араһында баш ҡалабыҙҙан алты уҡыусы ла бар. Өсөһө быйыл йәй “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән финалда сығыш яһап еңеү яулағайны. Ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, балалар сәйәхәткә юллама ла алды.

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының VI синыф уҡыусыһы Кирилл Рыбаков остазы менән уңышлы әңгәмә ҡороу һөҙөмтәһендә иң яҡшыһы исеменә лайыҡ булды. Өҫтәүенә, конкурс эше уға тура видеобәйләнеш ваҡытында Владимир Путин менән әңгәмәләшергә мөмкинлек тә бирҙе. Проект өҫтөндә эшләү уның мауығыуын арттыра ғына. Кирилл экологик хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша – ата-әсәһе менән урманда ағастар ултырта, сүп-сарҙы сорттарға айыра һәм йыл һайын макулатура тапшыра. Үҫмер - математика, информатика, инглиз теле буйынса күп һанлы олимпиадалар еңеүсеһе һәм призёры. Шулай уҡ ул спортты ярата – тау саңғыһы буйынса өсөнсө өлкәндәр разрядына һәм йөҙөү буйынса икенсе үҫмерҙәр разрядына эйә.

Фото: ufacity.info

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: