-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
31 Август 2021, 10:35

Жюриҙы шаҡ ҡатырған

Сочи ҡалаһында үткән “Рәсәйҙең кескәй һылыуҡайы- 2021” конкурсында  илдең барлыҡ төбәгенән 2 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнашты.

Жюриҙы шаҡ ҡатырған
Жюриҙы шаҡ ҡатырған

Ә бына уның еңеүсеһе булып, беҙҙең Белорет ҡыҙыҡайы Ева Евтеева танылды.

Бер нисә этаптан торған бәйгелә “Минең ҡалам” темаһына костюм күрһәтергә кәрәк ине. Ева Белорет ҡалаһының иң иҫтәлекле урындарының береһе булған “Һыу башняһы” костюмын тәҡдим итте. Икенсе этапта гүзәлкәйҙәр милли кейемдә сығыш яһаны. Бәләкәс яҡташыбыҙҙың милли кейеме жюриҙы шаҡ ҡатырҙы, Ева сәхнәгә сығыу менән барыһы ла: “Браво!”- тип ҡул сапты. Һылыуҡайҙың иҫ киткес сағыу, матур урыҫ милли кейемен Өфөлә махсус тектереп алғандар икән.

Конкурстың һуңғы этабында ижади сығыш яһап, Ева нәфис гимнастикала үҙ оҫталығын күрһәтте. Бейеүҙе ҡыҙыҡайҙың “Луч” спорты клубында шөғөлләндергән тренеры Юлия Игошева һалған. Шулай итеп, Евабыҙ 57 ҡатнашыусы араһынан  7 – 8 йәшлектәр төркөмөндә еңеү яулап, Гран-приға лайыҡ булды. Уға бүләккә дизайнерҙар яһаған таж, бал күлдәге, еңеү таҫмаһы, диплом, “Таланттар лигаһы” фестивале хәрәкәтенән сертификаттар таршырҙылар. Шулай уҡ еңеүсе һылыуҡайҙы промороликта төшөрөп, исемен Рәсәйҙең таланттар базаһына ла индереп ҡуясаҡтар. Маладис, Ева, ҡотлайбыҙ!

Фото: bashinform.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: