+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
18 Сентябрь 2021, 11:05

Яҙгөл шәп блогер икән!

– Беҙҙең блогерыбыҙ ул Яҙгөл. «Инстаграм» селтәрендә үҙ сәхифәһен алып бара.

Яҙгөл шәп блогер икән!
Яҙгөл шәп блогер икән!

Төрлө темаларға яҙырға, видеолар төшөрөргә ярата. Унда әсәһенең һөттән эшләнгән ризыҡтарын ҡуя. Ҡәҙерлеләренә нисек ярҙам иткәнен дә күрһәтә. Яҙылыусылары әлегә бик күп түгел. Яҙгөл ныҡ тырыша, уларҙың һаны артып китеүенә ышана.
Уҡыуына килгәндә, бер ҙә һынатмай, алдынғылар сафында ул. Шиғыр конкурстарында ла йыш ҡатнашып тора, – тип маҡтай үҙен директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Эльвира Мөҙәрис ҡыҙы Зыяҡаева.
Никифар мәктәбендә VI синыфта белем алыусы Яҙгөл Кәримова уҙған уҡыу йылында мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторған «Иң танылған башҡорт блогеры» конкурсында ҡатнашып, «Өмөт» номинацияһында еңеүсе булған. Был уңышы ҡыҙҙы тағы дәртләндереп, яңы ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөргә ҡанат ҡуйған.
Яҙгөл быйыл да үҙен күрһәтер, беҙҙе һоҡландырыр әле.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Әлшәй районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: