Өйҙәрендә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Булған эште ихлас күңелдән башҡара.
– Мин атай-әсәйем әйткәндәрен көтөп тормайым. Ҡулымдан килгән ниндәй эш бар, тиҙ генә башҡарып ҡуям. Бер ни ауырлығын күрмәйем, – ти Әҡсән.
Ул Талбазы башҡорт гимназияһының IV cиныфында белем ала. Уҡыуҙан да һынатмай. Әле яңыраҡ атаһы менән ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә барғандар. Икәүләп урманда ҡороған ағастарҙы ҡырҡып, өйҙәренә ташығандар. Ҡайтҡас, утынды ярып, «һә» тигәнсе өйөп тә ҡуйғандар. Бына ошондай тырыш, уңған егет үҫеп килә Талбазыла.