+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
31 Октябрь 2021, 09:00

"Илһам"дан илһам алып

Баш ҡалабыҙҙа бик күп йылдар инде «Илһам» нәфис һүҙ оҫталары конкурсы уҙа.

"Илһам"дан илһам алып
"Илһам"дан илһам алып

Быйыл да Орджоникидзе район мәктәптәре, балалар баҡсалары араһында ойошторолған был бәйге бик йәнле һәм сәмле барҙы. Башҡортостан Республикаһының тыуған көнөнә, Башҡорт тарихы йылына, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм юбиляр шағирҙарға арналды ул. Айырым һөйләүселәр һәм ғаилә менән ҡатнашыусылар ҙа күп ине. Конкурста башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа туған телдәрҙә шиғырҙар яңғыраны. 25 мәктәптән 41 уҡыусы, 3 уҡытыусы, 3 ғаилә көсөн һынаны.
Башланғыс синыфтар араһында беҙҙең гимназияның II «В» синыфы уҡыусыһы Нурсолтан Хәсәнов беренсе урын яуланы. 48-се башҡорт лицейынан Илүзә Мырҙагилдина – икенсе, ә 86-сы гимназиянан Камилла Иманғолова, беҙҙең белем уса­ғынан Розалиә Сурағоловалар III урын алды.
V – VIII синыфтар араһында 48-се баш­ҡорт лицейынан Рөстәм Рәфғетдинов еңеп сыҡты. Беҙҙең гимназиянан Ғәлиә Солтанморатова, 48-се башҡорт лице­йынан Оскар Нафиҡов икенсе булһа, шул уҡ белем усағынан Радмила Йәлилова, 99-сы мәктәптән Илзирә Ишмырҙина, 116-сы мәктәптән Камила Заманова, 64-се гимназиянан Әсилә Йәнгирова III урындарҙы бүлеште.
IX – XI синыфтар араһында беренсе урынды 48-се башҡорт лицейынан Айгизә Мөхәмәҙиева яулаһа, икенсе урынға 145-се мәктәп уҡыусыһы Дилназ Ғарипова сыҡты.
Беренсе урын яулаусылар ҡала кимәлендә лә бәйгелә ҡатнашып, унда ла һынатманы. Нурсолтан Хәсәнов тағы ла иң-иңе булһа, Рөстәм Рәфғетдинов II урын алып һөйөндө.

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: