+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
3 Декабрь 2021, 11:15

Арыҫлан – көтөп алған ҡунағыбыҙ

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Арыҫлан Бохарбаев – районда китап һөйөүселәр араһында ла, социаль селтәрҙәрҙә лә ярайһы уҡ таныш малай.

Арыҫлан – көтөп алған ҡунағыбыҙ
Арыҫлан – көтөп алған ҡунағыбыҙ

Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнһә лә, белеме, рухи үҫешкә ынтылышы, тырышлығы менән ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Китап, гәзит-журналдар – уның иң яҡын дуҫтары.
Арыҫлан әҙәбиәт менән етди мауыға. Бигерәк тә ул тарихи китаптарға өҫтөнлөк бирә. Рәсәй, Баш­ҡортостан, район тарихына арналған йыйынтыҡтарҙы ҡарап бара. Һуңғы осорҙа Рәсәй полководецтары менән ҡыҙыҡһына башлаған, һәр береһенең биографияһын яттан белә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: ул үҙе уҡыған һәр мәғлүмәтте ике телдә – башҡортса һәм урыҫса ла берҙәй матур итеп һөйләп бирә.
Арыҫлан – китапханабыҙҙа көтөп алынған ҡунаҡ. Китап уҡыуҙан тыш, беҙҙә уҙғарылған конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әсәһе Римма менән бик тырышып әҙерләнә улар. Бына күптән түгел генә мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Ҡыҙҙар һәм малайҙар­ҙың яратҡан китаптары» республика ижади бәйгеһендә көсөн һынап, яҡташыбыҙ еңеүселәр исемлегендә лайыҡлы урын алды.
Беҙ Арыҫланға яңынан-яңы уңыштар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, бейек-бейек үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: