– Элек мин мәктәпкә киткән балаларҙың арттарынан көнләшеп ҡарап ҡала торғайным. Быйыл үҙем дә уҡырға барҙым, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Эльвир Ғәлләмов. – Уҡытыусыбыҙ беҙҙе йылмайып ҡаршы ала. Баштарыбыҙҙан һыйпап, яратып ҡына тора.
Беренселә быйыл өс кенә бала уҡый: Азамат Хөсәйенов, Альбина Хисаметдинова һәм Эльвир. Әҙ генә булһалар ҙа, дәрестәре күңелле, ҡыҙыҡлы үтә.
– Бөтәһе лә мәктәпкә әҙерлекле килде. Уҡый ҙа, яҙа ла беләләр ине. Дәрестә ҡатнашып ултыралар. Үҙҙәре шуҡтар, шаяндар, белмәгәндәре юҡ, – ти уҡытыусылары Луиза Илдар ҡыҙы Мырҙагилдина.