+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Март 2021, 10:10

Олатайым тынлы оркестрҙы етәкләй

Олатайым Иҙрис Сәғәҙәтов Тирмән ауылында тыуған. Бәләкәйҙән музыка яратҡан.

Шуға ла 10 йәшендә Өфөләге музыкаль интернат-мәктәпкә уҡырға ингән. Унда валторнала уйнарға өйрәнгән. Һуңынан институтта уҡып сыҡҡас, театрҙа эшләгән. Асҡар ауылына ҡайтҡас, сәнғәт мәктәбендә балаларҙы музыка серҙәренә төшөндөргән. Хәҙер олатайым райондың тынлы ор­кестрын етәкләй.

Уның тағы ла яратҡан шөғөлө бар: күп йылдар инде иртәлектәрҙә Ҡыш бабай булып йөрөй. Йәшенә ҡарамай, интернет селтәрен дә һәйбәт белә.

Олатайым менән дуҫбыҙ. Ул миңә бөтә яҡтан да ярҙам итә, шахмат уйнарға ла өйрәтә. Беҙ бергә башватҡыстар сисергә яратабыҙ. Шундай олатайым булыуына ныҡ шатмын.

Иман ЫРЫҪКИЛДИНА,

III «Б» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы

Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: