+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Май 2021, 11:46

Башҡортса һөйләшәбеҙ

Ғаиләлә әсә телендә аралашҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик ҡәҙерле ул беҙҙең «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы! Тәрбиәселәр ҙә ишектән ингәндә үк баш­ҡортса сәләмләп, оҙат­ҡанда үҙ телебеҙҙә хушлашып ҡала.

Әсә теле мөхитендә тәрбиәләнеүселәр һәләттәрен дә тартынмайынса күрһәтәләр, донъя серҙәренә лә ны­ҡышмалылыҡ менән төшөнәләр.

Милли йолаларға, өләсәй һабаҡтарына таянып үҫкән кескәйҙәребеҙ оло тормошта һис тә юғалып ҡалмай. Суверенитет бүләге булып асылған баҡсабыҙҙа сыныҡҡандар Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ла һынатмайҙар. Тәрбиә, белем биреү усаҡтарының бер маҡсатта эшләүе һөҙөмтәһендә ҙур ҡаҙаныштар яулайбыҙ. Республика, Рәсәй кимәлендә балаларыбыҙ еңеүҙәр яулай икән – эшебеҙҙең дөрөҫ юлда барыуына инанабыҙ. Хеҙмәттәшлегебеҙ артабан да шулай ныҡлы бул­һын.

Балалар күңеленә юл таба алған тәрбиәселәргә ҙур рәхмәтлебеҙ. Тәрән йөкмәткеле, милли асылыбыҙға алып ҡайтыусы төрлө саралар даими уҙып тора. «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы мөди­ре Таңсулпан Нуретдин ҡыҙының ойоштороу һәләтенә һоҡланып бөтә алмай­быҙ. Уның Иҙел башында Арыҫлан Мөбәрәков вариҫтарын тәрбиәләүҙә яңынан-яңы уңышлыҡтар яула­уын теләйбеҙ. Сәләмәт булығыҙ, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
Читайте нас: