+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Июнь 2021, 10:16

"Кәкүк сәйе"нә йыйылдыҡ

Йылдың уңышлы килеүен, ашлыҡ-иген уңыуын, ямғыр яуыуын теләп, «Йәйғор» балалар баҡсаһының «Умырзая» төркөмөндә «Кәкүк сәйе» байрамы уҙҙы.

Ул йәшел хәтфәле ихатала башланып китте. Кес­кәй­ҙәргә Оло инәй «Кәкүк сәйе» йолаһының риүәйәтен һөйләне. Балалар тәрбиәселәре Әлиә Сәлимова менән йырҙар йырлап, бейеп, «Тир­мә», «Йә­шерәм яулыҡ» кеүек халыҡ уйындары уйнап, рәхәтләнеп кү­ңел ас­ты. Тәрбиәсе Ләй­сән Яруллина бай­рам­дың төп ҡунағы – Кәкүк булып осоп килеп, ҡыҙҙар менән «Кәкүк» бейеүен баш­ҡарҙы.

Ата-әсәләр алып килгән тәмлекәстәр менән саф һауала сәй эсеү ҙә кескәйҙәргә ныҡ оҡшаны. Ә аҙаҡтан балалар Оло инәй менән бергәләп, кәкүк ауыл, йорт тирәһенә килмәһен, бәлә-ҡаза көтөлмәһен, тип ағас төбөнә һөт ҡойҙо, табындан ҡалған ризыҡтарҙы, теләктәр теләй-теләй, шунда ҡалдыр­ҙы.

Был матур йола аша борон-борондан баш­ҡорт халҡының тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтле, ҡоштарға ҡарата изге ҡарашта булыу­ҙарын кескәйҙәр күңеленә еткерергә тырыштыҡ.

Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА,

балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Читайте нас: