+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Июнь 2021, 11:05

Өләсәйҙәремә һаулыҡ теләйем

Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәйем.

Атайым Темәс ауылында эшләй, әсәйем мәктәптә – уҡытыусы. Һеңлем Асия балалар баҡсаһына йөрөй. Беҙ татыу йәшәйбеҙ. Атайым ике ҡатлы итеп өй һалды.

Беҙҙең менән бер урамда ике өләсәйем йәшәй. Рау­за өләсәйемә – 68 йәш. Ул 32 йыл фермала һауынсы бул­ған. Ә өлкән өләсәйем­дең исеме – Әлифә. Әле ул 91 йәшен тултырҙы. Һуғыш ваҡытында кәзә ҡараусы, һуңынан 30 йыл һауынсы булып эшләгән. Әлифә өләсәйем – тыл ветераны. Оло бул­һа ла, тик ултыра белмәй, беҙҙе тәрбиәләшә, скандинавса атлау менән һаулығын нығыта.

Мин өләсәйемдәргә һаулыҡ теләйем. Үҙҙәрен ныҡ яратам, хөрмәт итәм.

Азалиә СЫҢҒЫҘОВА,

I синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы,

Ҡолсора мәктәбе.
Читайте нас: