+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына быйыл 76 йыл тула. Ләкин ошо 1418 көн, 1418 төн барған һуғыштың ғазаптары, әсе күҙ йәштәре, етем ҡалған балалар һыҡтауы һаман онотолмай.

Ошондай етемдәр рәтендә минең өләсәйем дә бар. Аяуһыҙ һуғыш уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәгән. Өләсәйем атаһы яуға киткәндә ике йәшлек кенә сабый булып ҡала, ә ул үлгәндә – дүрт йәшлек.

Мин һеҙгә уның атаһы, ҡарт ҡартатайым Ғәбделкәбир Ғәлиәхмәт улы Ишбир­ҙиндең ҡаһарманлығы тураһында ҙур ғорурлыҡ һәм оло ҡыуаныс менән һөйләргә теләйем. Ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 1903 йылда тыуған. Балалыҡ, үҫмер йылдары ошонда үтә. Ә ир ҡорона етеп, ғаиләле булғас, Баймаҡ районы Семёновка ауылына күсеп килә һәм алтын сығарыу руднигына шахтёр булып эшкә инә. Ләкин матур ғаилә тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай, 1941 йылдың 22 июнендә немец илбаҫар­ҙары беҙҙең илгә баҫып инә. Минең ҡарт ҡартатайыма ла һуғышҡа барырға сират етә. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Өфөгә ҡайтып, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөгәс, сафында күп башҡорт ир-егеттәре араһында ул да була. Ғәбделкәбир ҡартатайым 1942 йылдың 4 февралендә һуғышҡа алына. Ул кавалерист булараҡ, Сталинград һуғышында, Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә, Днепр ярындағы ҡаты алышта, Украина ауыл-ҡалаларын дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша.

1943 йыл. Ҡаты бәрелеш бара. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ, немецтар туҡтауһыҙ пу­ля яуҙыра. Шул ваҡыт ҡарт­атайым: «Атыуҙы туҡтатығыҙ, яҡыныраҡ килһендәр, шунан ҡапыл бергә ут асырбыҙ!» – тип оран һала. Тынлыҡ урынлаша, фашистар тағы нығыраҡ яҡынлаша. Шул саҡ: «Огонь!» – тигән команда яңғырай һәм быны көтмәгән һанһыҙ немец һалдаттары ҡыйратыла. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн ҡартатайыма Богдан Хмельницкий ордены бирелә.

Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы фашист илба­ҫар­ҙарын өңөнә ҡыуа, еңеү яҡынлаша... Ләкин Польшаны дошмандарҙан азат итеү өсөн барған аяуһыҙ һуғышта ҡартатайымдың ғүмере өҙөлә.

Ул 1944 йылдың 20 декабрендә батырҙарса һәләк була, ә теүәл 63 йылдан ошо көндө мин донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләбеҙ менән ҡартатайымды эҙләүҙә ҙур эш алып барҙыҡ. Яңыраҡ өләсәйем Зәйтүнә Ғәб­делкәбир ҡыҙы Халиҡоваға 81 йәш тулды. Беҙ, бөтә туғандары, яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡартатайымдың батырлығын раҫлаусы документтар табып алып ҡайттыҡ. Өләсәйем өсөн ошонан да ҙур бүләк булмағандыр!

Хәҙер интернет селтәрҙәрендә бөтә мәғлүмәт бар, сайттар эшләй, ярҙам ҡулы һуҙыусылар күп, тик эҙләнергә, табырға ғына кәрәк. Дөрөҫ әйтәләр, батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай, яугир олатайҙарыбыҙҙың даны тыу­ған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға, мәңге йәшәргә тейеш. Әле беҙҙең ғаиләнең ҡуйған маҡсаты – ҡартатайымдың һәләк булған урынын, ҡәберен эҙләп табыу, өләсәйемде шунда алып барып, тыуған яғының бер ус туп­рағын һәм сәскәләр гөлләмәһен һалдырыу.

Минең ҡартатайым батыр булған, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланам һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашып, парадҡа фотоһүрәтен күтәреп сығасаҡмын. Эҙләнәйек, юғалған һалдаттарҙы табайыҡ, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын, дуҫтар!


Радомир БӘХТИГӘРӘЕВ, VI «А» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: