+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Япондар менән алышҡан

Олатайым Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатовҡа – 94 йәш. Ул Баймаҡ районының Һәмән ауылында йәшәй.

9 Май – Еңеү көнө – олатайымдың көтөп алған байрамы. Һуғыш ветераны булараҡ, ул беҙгә онотолмаҫ хәтирәләрен һөйләй. Уның ба­ла сағы ауыр йылдарға тура килә. VII синыфты бөткәс, кесе туғандарын ҡарашыр өсөн фермала иртәнән ҡара кискә тиклем эшләй. 17 йәше тулғас, әрме хеҙмәтенә алалар. Өфөлә 28-се уҡсылар полкы мәктәбендә хәрби әҙерлек үтә. Унан һуң Маньчжурияға ебәрәләр, Япония менән барған һуғышта ҡатнаша. Автоматсы ла, миномётсы ла була. Хәрби машиналар­ҙы йөрөтә. Ҡулы ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға. Тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Японияны еңгән өсөн», Жуков миҙалдары менән бүләкләнә.

Бик оҙаҡ йылдар «Һәүәнәк» совхозында эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн олатайыма «Баш­ҡорт­остан Республикаһына – 100 йыл» миҙалын да тапшыр­ҙылар.

Олатайым, һуғыш ҡына сыҡмаһын, илебеҙ тыныс булһын, тип теләй. Ҡәҙер иткән ил башлыҡтарына рәхмәт әйтә. Күҙҙәре насар күрһә лә, ул донъя яңылыҡтарын гәзиттән уҡып белеп тора.

Беҙ олатайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Үҙенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Ильяс Ғәбитов, III синыф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы,Темәс мәктәбе.
Читайте нас: