+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым - ветеран

Дошман баҫып ингәс илгә Ҡол итмәк булып беҙҙе, Олатам киткән һуғышҡа Һаҡларға тыуған ерҙе.

Ут-ямғыры яуған күктән,

Янған ауыл-ҡалалар.

Азатлыҡ тип башын һалған

Бик күп ата-бабалар.

Олатайым батыр булған,

Дошманды ҡыуған илдән.

Фашистарҙы тар-мар итеп,

Ҡайтҡан ул Еңеү менән.

Бөгөн олатай ауылда –

Һуңғы тере ветеран.

Орден-миҙалдарын ҡарап,

Мин уйланып ултырам.

Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ

Мәңгелек ут янында.

Тарих онотолмаҫ әле

Беҙ – ейәндәр барында.


Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас: