Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
20 Декабрь 2019, 16:10

Бүләк-гәзит Баймаҡҡа юллана!

Һөйөнсө! Изгелек акцияһы – "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһы июнь айы аҙағына тиклем дауам итәсәк. "Йәншишмә"беҙгә 90 йәш тулған йылды элекке йәш хәбәрселәрҙе йыйып, барлап алыу һәйбәт инде. Кем ҡайһы тарафтарҙа икән?

Әле бүләк-гәзитебеҙ – Баймаҡҡа китә! Элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы Ханнанова "Йәншишмә" гәзите яҙҙыртты. Афарин! Ул яҙҙыртҡан гәзитте Аҡморон ауылында йәшәүсе күп балалы Ҡасаевтар ғаиләһе уҡып ҡыуанасаҡ! Бик хуп! Зөлфиә Миңдебай ҡыҙына рәхмәт!
Артабан эстафетаны шулай уҡ элекке йәш хәбәрсебеҙ Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихова ҡабул итте. Сылбыр дауам итә.
Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ!
Читайте нас в