+9 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 13:34
Ейән-ейәнсәрҙәремә лә бүләк итәм
Әле хаҡлы ялда булһам да, «Йәншишмә»нән айырылғаным юҡ. Гәзитте балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә лә, тыуған көн бүләге итеп, яҙылып бүләк итәм.
Мәктәптә эшләгәндә ул минең төп ярҙамсым булды. Баҫылып сыҡҡан материалдарҙы дәрестәрҙә уңышлы файҙалана инем. Гәзиттә бик ҙур булмаған текстарҙы урыҫ теленә ауҙарыу ҙа еңел, балаларға бик оҡшай торғайны. Тематик һүҙҙәр менән эш иткәндә лә ундағы мәҡәләләргә мөрәжәғәт итәһең. Ниндәйҙер тәғәйен бер тема буйынса дәрес алып барһаң, өҫтәмә материалдарҙы ла балалар баҫмаһынан табаһың.
Өфөнөң 18-се мәктәбендә уҡытып йөрөгәнемдә башҡорт теле кабинетында «Йәншишмә» мөйөшө»н дә булдырғайным. Балалар ҡыҙыҡһынып гәзитте ҡарай, уҡый, атай-әсәйҙәренә күрһәтеү өсөн һорап өйҙәренә алып ҡайта ине. Шул саҡтарҙа башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән ҡайһы бер урыҫ балалары ла гәзиткә яҙылды. Башҡорт теленән «бишле» алыу өсөн өйҙә башҡортса текстарҙы ятлап киләләр. Шулай тырышҡан балаға нисек инде һәйбәт билдә ҡуймайһың? «Йәншишмә»гә мәҡәләләр ҙә яҙҙы минең уҡыусыларым. Үҙҙәрен редакцияға экскурсияға ла алып барҙым. Даша Щебетовская тигән ҡыҙ оҙаҡ ҡына баш мөхәррир Мирсәйет Юнысов менән әңгәмәләшеп ултырғайны. Мәктәпкә лә «Йәншишмә» хеҙмәткәрҙәре килде. Мәҫәлән, журналист Хәлиҙә Чембарисова һәм фотохәбәрсе Игорь Киняпин балаларҙың уҡыуы, тормошо менән танышты, дәрестәр ҡараны, синыфтан тыш сараларҙа булып, аҙаҡ матур фотолар менән бергә ҙур мәҡәлә лә баҫылып сыҡҡайны. Редакция хеҙмәткәрҙәре килгән көн уҡыусылар өсөн байрамға әйләнде.
Уның йөкмәткеһенә килгәндә инде, һигеҙ битлек булып сыҡҡан төҫлө, матур гәзит тулыһынса балаларҙың ихтыяжына яуап бирә, тип уйлайым. Ялҡынлы публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның (Мәһәҙиеваның) яҙған мәҡәләләрен һәр бер синыф сәғәтендә ҡулланып, бына тигән тәрбиә дәрестәре бирергә мөмкин. Зиһен үҫтереүсе хикмәтле хикәйәләрҙең роле лә баһалап бөткөһөҙ. Шағирә-журналист балалар тормошондағы ниндәйҙер бер көнүҙәк мәсьәләне гәзит битендә күтәрә лә уларҙы уйланырға мәжбүр итә. Башҡа кешеләр иғтибар ҙа итмәгән ваҡиғаға Зөһрә Мәһәҙиева аҡыл күҙлегенән ҡарап, малайҙар, ҡыҙҙарҙы ғына түгел, йәмәғәтселекте борсолорға мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың проблемаларын хәл итешергә саҡыра, өйрәтә, юлын күрһәтә.
«Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар» рубрикаһы ла миңә бик оҡшай. Балаларға тип тәғәйенләнһә лә, ундағы файҙалы мәғлүмәттәр ата-әсәләргә лә, олатай-өләсәйҙәргә лә бик ярап ҡала. Ә йәш рәссамдарҙың күңелен үҫтереүсе «Йәншишмә» күргәҙмәһе» һуң! Ҡыҙҙар, малайҙарҙың хыялдарының тормошҡа ашыуы сағылышы бит. Һүрәттәренең ташҡа баҫылыуын кем генә теләмәй икән!
Бик кәрәкле, уҡымлы, файҙалы, балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереүсе баҫма ул яратҡан гәзитем «Йәншишмә». Байрам уңайынан уның барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен, дуҫтарын да ихлас ҡотлайым. «Йәншишмә»нең мул һыуы бер ҡасан да ҡоромаһын, йылғаларға, диңгеҙҙәргә, океандарға ҡушылып аҡһын!
Әлфиә ЗӘБДИНОВА,
мәғариф ветераны, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...