-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
13 Июль 2018, 17:06

Һиҙелмәй ҙә ҡалды

Уҡыуҙар тамамланыу менән беҙҙә Салауат Юла­ев исемендәге көндөҙгө лагерь асылды.

Уҡыуҙар тамамланыу менән беҙҙә Салауат Юла­ев исемендәге көндөҙгө лагерь асылды. Унда барлығы 182 бала 8 отрядҡа бүленеп ял итте.

Тәүге көндә отряд менән таныштылар, исем, девиз, йыр уйланылар. Дружина командиры итеп Илтимер Мырҙағолов тәғәйенләнде. Һәр көн иртәнге линейкала зарядка эшләнеләр, отряд ко­мандирҙары рапорттар бир­ҙе.
Лагерь бик йәнле эшләне. Көн һайын вожатыйҙар ҡыҙыҡлы кисәләр, ярыштар ойошторҙо. КВН, «Һау­лыҡ көнө», «Үткәндәргә сәйәхәт», «Беҙҙең яратҡан йәнһүрәттәр», «Дуҫлыҡ кө­нө», квест-уйындар, асфальтта һүрәт төшөрөү­ҙәр, «Баш­ҡорт йыры», «Ижади көн», «Рекордтар көнө», «Лагерь һылыуы һәм батыры» кеүек сараларҙы мауыҡтырғыс, йөкмәткеле итеп үткәрҙеләр. Һәр конкурс һу­ңында еңеүселәр билдәләнеп, грамоталар тапшырыла барҙы.
Лагерь осоронда балалар шулай уҡ район китапханаһына, музейға сәйәхәт тә ҡылды. Район мәҙәниәт һарайында үткәрелгән «Кәкүк сәйе» исемле байрамда боронғо башҡорт уйындарын уйнап, йолалар ҡарап, уның аҙағында «Ҡош юлы» фес­тивале артистарының концертын ҡарап ҡайтыу ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә ашнаҡсыларыбыҙ ял итеүселәрҙе телде йоторлоҡ ризыҡтар менән һыйланы.
21 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Инде бер-береһенә өйрәнеп бөткән малайҙар, ҡыҙҙар, уларҙың вожатый­ҙары өсөн тулҡынландыр­ғыс минуттар етте. Шул айҡанлы лагерҙы ябыу тантанаһы булды. Өс аҙна эсендә барлыҡҡа килгән сағыу, яңы таланттар, матур бейеүҙәр, моңло йыр­ҙар – барыһы ла концерт номерҙарын тулыландыр­ҙы ғына. Зал балаларҙың күңелле итеп йырлашып-бейешеп ултырыуына, көслө алҡыштарға күмелде. Лагерь етәксеһе Лилиә Таһир ҡыҙы Ишбулатова менән өлкән вожатый отрядтарҙы һәм уларҙың командирҙарын ҡотлап, грамоталар тапшырҙы. «Иң шәп отряд» булып лагерҙа 7 тапҡыр беренсе урын яулаған «Олимпия» табылды. Байрам тантанаһы бик күңелле флешмоб менән тамамланды.
Каникулығыҙ күңелле уҙһын, онотолмаҫлыҡ ва­ҡиғалар күп булһын, балалар!

Светлана ӘМИНЕВА, өлкән вожатый.


Бөрйән районы, Иҫке Собханғол мәктәбе.
Читайте нас: