+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
14 Июль 2021, 15:33

«Аврора-йәй» лагерында ял иткегеҙ килһә...

Дуҫтар, әле ҡайҙарҙа ял итәһегеҙ? Көнөгөҙҙө матур ғына үткәреп, белемегеҙҙе лә камиллаштырғығыҙ килһә, «Аврора – Йәй» лагеры  тап һеҙҙең өсөн. Уның яңы белем биреү сменаһы Һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә 2–19 августа ойошторола.  

«Аврора-йәй» лагерында ял иткегеҙ килһә...
«Аврора-йәй» лагерында ял иткегеҙ килһә...

Бында I – VIII синыф уҡыусылары өсөн төрлө ял итеү йүнәлештәре тәҡдим ителә.

«Йәш юристар мәктәбе» – VI – VIII синыфтар өсөн, уҡыусыларҙың ошо йүнәлештә белемдәрен арттырырға ярҙам итәсәк.

«Масс-медиа и PR» йүнәлешенә IV – VIII синыфтар яҙыла ала, дөйөм белемде, мәҙәни кимәлде, телмәрҙе яҡшыртырға, был өлкәлә үҫешергә һәм һәләттәрҙе асырға булышлыҡ итә.

«Лидерлыҡ академияһы» социаль яраҡлашыу өсөн төрлө алымдар, күнекмәләрҙе өйрәтәсәк. Барыһында ла  ҡатнашыу түләүле.

Теркәлеү ошо һылтанма  https://clck.ru/W7NQQ йәки электрон почта буйынса [email protected], телефон ватцабы аша 89373055851 алып барыла. Эш көндәрендә генә яҙыла алаһығыҙ. Лагерь Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: