+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
15 Июль 2021, 17:09

«Йәйләү» лагерының онлайн-сменаһы үтәсәк

Һөйөнсө!21 июлдән Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» йүнәлешле лагерының онлайн-сменаһы башлана. Бындай форматтағы осрашыуҙа милли эстрада йондоҙҙары, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән халыҡ ансамблдәре солистары, донъяның виртуоз ҡумыҙсылары ҡатнашасаҡ.  

«Йәйләү» лагерының онлайн-сменаһы үтәсәк
«Йәйләү» лагерының онлайн-сменаһы үтәсәк

Онлайн-смена интернет селтәре битендә ойоштороласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр ҙә ҡаралған. Уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына, рухи ҡиммәттәренә йәлеп итеү йәһәтенән педагогтар һәм ойоштороусылар тарафынан онлайн-дәрестәр, милли музыка ҡоралдарында уйнау, милли кейем элементтарын, үҙебеҙҙең аш-һыуҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Республикабыҙҙа балаларҙың ял һәм сәләмәтләндереү лагерҙары нигеҙендә Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса «Йәйләү» йүнәлешле сменаларын ойоштороу буйынса бай тәжрибә тупланған. Бындай республика сменаһы 20 йылдан ашыу ойошторола. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы, «Урал батыр» конкурсы һәм башҡа саралар еңеүселәре саҡырыла.

Илебеҙҙәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, үткән «Йәйләү» йүнәлешле сменаһы онлайн форматта ойошторолғайны, үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән дә балалар ҡатнашты. Быйылғы онлайн-сменаһында ла балалар әүҙем ҡатнашырға саҡырыла.

                       

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: