+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
4 Август 2021, 10:48

Лагерҙа - коронавирус?

Ҡариҙел районындағы балалар һауыҡтырыу лагерында коронавирус менән ауырыусылар булыуы асыҡланған. 

Лагерҙа - коронавирус?
Лагерҙа - коронавирус?

Унда 158 бала ял иткән, 43 өлкән кеше эшләгән. 6 балала һәм 5 хеҙмәткәрҙә COVID-19 табылған. Уларға шунда уҡ дауалау курсы тәғәйенләнгән, бөтә кешеләр лагерҙан  сығарылған, биләмәлә дезинфекция үткәрелгән. Был турала Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Әле килеп тыуған хәлдең сәбәптәре асыҡлана, йәйге ялды ойошторғанда санитар-эпидемиологик ҡануниәт талаптары дөрөҫ үтәлгәнме икәнлеге тикшерелә.

Республика Башлығы аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә ял итә алмаған балаларҙың атай-әсәйҙәренә юллама хаҡын кире ҡайтарырға ҡушты.

Фото: u-f.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: