-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
21 Август 2021, 22:45

Афарин, Ирхан!

 Баймаҡ районының  Аҡморон мәктәбенең  уҡыусыһы Ирхан Таһиров йәйге каникулы хаҡында: –  Оҙон йәйге ялым бик күңелле үтеп бара. Ял итеп тә өлгөрәм, өләсәйемә лә ярҙам итәм. Уның йәйләүенә барып ярҙамлашам, ҡайһы бер көндәрҙә ҡымыҙ  һатышырға Баймаҡ ҡалаһына ла барам. Беҙ тиҙ генә һатып бөтәбеҙ, көн ныҡ эҫе булғас, кешеләр күпләп ала.

Афарин, Ирхан!
Афарин, Ирхан!

Тағы ла Талҡаҫ күлендә  олатайымдар ғаиләһе менән өс көн ял иттем.  Ныҡ оҡшаны. Туйғансы рәхәтләнеп һыу индем, унда Силәбе өлкәһенән килгән Саша исемле малай менән танышып алдым әле. Аҡыллы ғына малай булып сыҡты. Уның менән өс көн буйы бергә уйнаныҡ, күлдә йөҙҙөк, – тип һөйләй III синыфҡа барасаҡ Ирхан. Ҡалай маладис! 

Афарин, Ирхан!
Афарин, Ирхан!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: