+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
24 Сентябрь 2021, 12:00

"Артек"та булып ҡайттым

«Артек»та булыу – күптәрҙең хыялы.

"Артек"та булып ҡайттым
"Артек"та булып ҡайттым

Мин дә унда барып ҡайтырға теләй инем. Ура, хыялым тормошҡа ашты! Баҡһаң, уҡыуҙа тырышып, әүҙем йәшәү рәүеше алып барып, төрлө бәйгеләрҙә һынатмаһаң, ниәтеңә ирешеп була икән.

Быйыл «Бергәләп эшләйек» акцияһында республикабыҙҙан 87 мәктәп ҡатнашты. Шуларҙың алтыһы ғына федераль этапҡа үтеп, иң-иң әүҙемдәр «Артек»тың 10-сы сменаһына юлламалар менән бүләкләнде. Улар араһында Илеш районы Үрге Йәркәй­ҙәге 4-се мәктәптән Ирина Ғиләжева һәм Илнария Насретдинова, Бүздәк районы Сабайҙан Илина Сәйетова, Яңауыл районы Сусаҙы-Ябалаҡтан Юлиана Васильева һәм Аделина Матвеевалар бар ине. Беҙҙең мәктәптән юллама миңә бирелде. Был ҡыҙҙар менән тиҙ арала танышып, ватсапта төркөм яһап, дуҫлашып алдыҡ. Аэропортта осрашҡанда бер-беребеҙҙе әллә ҡайҙан танып, кем нимә менән шөғөлләнгәнен белә инек инде.
Симферополгә килеп төшкәндә төн еткәйне. Беҙҙе «Артек» тигән яҙыу менән ҡаршы алдылар, Ялтала ҡунаҡханала ҡундыҡ. Иртәгеһенә медицина тикшереүе үтеп, отрядтарға бүлендек.
Лагерҙы асыу тантанаһы бик матур уҙҙы. Был байрамда төрлө милләт балалары йыйылғайны. Икенсе көндө Саманта Смитҡа бағышланған кисә булды. Иртә таңдан тороп, Айыу тауына менеү ҙә бик оҡшаны. Ундағы тәбиғәт – мөғжизә... Бергәләп ҡояш ҡалҡҡанын ҡараныҡ һәм «Артек»тың антын бирҙек. Беҙгә Стёпа исемле вожатый ағайыбыҙ был тауҙың легендаһын һөйләне.
«Артек»та һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы үтте. Беҙ лагерҙың тарихы менән таныштыҡ, космонавтарҙың күргәҙмәһен ҡараныҡ, планетарийҙа булдыҡ.
Быйыл «Артек» үҙенең 100 йыллығын билдәләй икән. Шул уңайҙан «Артек кешеләре» тигән бәйге лә ойошторола.
Егерме бер көн буйына үткән сараларҙы яҙып бөтөрөрлөк тә түгел. Скалодром, шоколадлы фонтан, үҫмерҙәрҙең бер-береһенә ҡарата яғымлы ҡараштары, матур һүҙҙәре, төрлө кисәләр һәм бәйгеләр, Ҡара диңгеҙ буйҙары, мөғжизәле тәбиғәте – барыһы ла һәр беребеҙҙең күңелендә юйылмаҫ хәтирәләр булып һаҡланыр.

Аделина ҠАШҠАРОВА, йәш хәбәрсе.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: