+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
19 Февраль 2022, 07:32

Балаларҙың йәйге ялы

18 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров балаларҙың йәйге ялына ҡағылышлы кәңәшмә үткәргән. 

Балаларҙың йәйге ялы
Балаларҙың йәйге ялы

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек үткән йылдың сентябренән үк башланған. 2022 йылда каникул осоронда 1 мең 258 - мәктәп яны, 844 - ял һәм хеҙмәт, 90 ҡала яны стационар лагеры асыу планлаштырыла. Улар барыһы ла Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Репсубликаһы буйынса идаралығы рөхсәте менән генә балаларҙы ҡабул итә аласаҡ.

 "Балаларҙың йәйге ялын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп ойоштороу - беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ", - тине Андрей Назаров.

Фото:"Йәншишмә" гәзите.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: