-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
19 Март 2021, 10:25

Әҙәбиәттә - башҡорт тарихы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт­остан «Китап» нәшриәте билдәле яҙыусы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, СССР Яҙыу­сылар союзы ағзаһы Ғәли Ибраһимовтың «Кин­йә» романын тәҡдим итә.

Был әҫәр XVIII быуаттағы тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә арналған. Автор Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡағылышлы архив материалдарын өйрәнеп, ундағы ваҡиғаларҙың тулы картинаһын тыуҙырырға тырыша.

Яҙыусы «Кинйә» тарихи романында Кинйә Арыҫланов образын тулыһынса һынландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әҫәр өс китаптан тора. Беренсеһе «Тапалған йәйләү» тип аталып, 1735 йылдан 1756 йылғаса дәүерҙе үҙ эсенә ала. Бында Кинйәнең йәш сағы, ул йәшәгән осор тасуирлана. Ә икенсеһе – «Ил ағаһы» исемлеһе башҡорттарҙың Рәсәй армияһы составында Пруссияға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы (1756 – 1762 йылдар) тураһында һәм Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалы башланыуы ваҡиғаларын һүрәт­ләй. Өсөнсө китапта 1773 – 1775 йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар тасуирланып, Кинйәнең баш күтәреүселәр хәрәкәтендә төп юлбашсы­ларҙың береһенә әүерелеүе, Пугачёвтың тоғро яуҙашы дәрәжәһенә күтәрелеүе яҡтыртыла.

Әҫәрҙә тарихи-документаль материалдар бай һәм төрлө яҡлы, тарихи шәхестәр, уларҙың яҙмышы, эшмәкәрлеге киң сағылыш таба.

Ундағы хәл-ваҡиғаларҙы автор шундай еңел һәм мауыҡтырғыс итеп уҡыусыларға еткерә. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән "Кинйә" романын нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.

Гүзәл ИШНАЗАРОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: