+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гәзит-бүләк Сыңғыҙ ауылына юллана

Беҙгә тағы ҡыуаныслы хәбәр килде. Эйе, гәзитебеҙҙең уҡыусылары артһын, тип янып эшләүсе дуҫтарыбыҙ булыуы һөйөндөрә.

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова ла бер уҡыусыға гәзит яҙҙырҙы. Бик хуп!

Гәзит-бүләк Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Дилә Килдинаға юллана. Ҡыҙ IV синыфта «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый.  Уға бик шәп бүләк булды!

Рәхмәт, Фәйрүзә Хөрмәт  ҡыҙы! Гел шулай йомарт һәм изге күңелле булып ҡалығыҙ! Һеҙгә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: